Популярные сообщения

пятница, 6 октября 2017 г.

Гүзәл заттар-тормош биҙәге»

Воздух пьяный - нет спасения, с ног сбивают два глотка. Облака уже весенние, кучевые облака. Влажный лес синеет щёткою, склон топорщится ольхой. Всё проявленное, чёткое, до всего подать рукой. В.


Зимушка бушует вьюгой не на шутку, Белым палантином кроет все опять, А земля под снегом спит тепло, но чутко, Чтоб весною травы вновь свои поднять! Их зима не будит, оттепель не кличет, Есть всему на.


Самый сказочный праздник в году, Когда взрослые верят, как дети, Что создал толстый лёд на пруду Самый сказочный маг на планете. Пусть приносит он белый снежок, Колыбельные песни метелей, Пожеланий.


Бишаул.РУ » Байрамдар » «Гүзәл заттар-тормош биҙәге». 8 Матр Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған сцнарий


«Гүзәл заттар-тормош биҙәге». 8 Матр Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған сцнарий


Категория: Байрамдар | 13-09-2010, 22:39 | Просмотров: 5308


Фойыла конкурста ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың бешергән, теккән, сиккән, бәйләгән, ҡулдан эшләгән хеҙмәттәренә күргәҙмә ойошторолған. Сәхнәлә, артҡы планда нурҙарын һибеп торған ҙур ҡояш һүрәте эленгән. Ҡояш түңәрәге уртаһына. «Ҡояш ғүмерен теләйем мин, әсәйем, һиңә» тип яҙылған.
Сәхнәгә алып барыусылар сыға.
1А.Б: Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.
Күрешеү бит шулай башлана
Һеҙҙең менән осорашҡанға, дуҫтар,
Күңелебеҙ шундай шатлана.


2А.Б: Хәйерле көн, хөрмәтле тамашасылар, Дуҫтар!
Иҫәнмеһеҙ!


1А.Б: 8Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған «Гүзәл заттар-тормош биҙәге» тип аталған кисәне башларға рөхсәт итегеҙ.


2А.Б: Хөрмәтле әсәйҙәр, әбейҙәр, апайҙар, һеңлеләр, уңған килендәр, һөйкөмле ҡыҙҙар!
Һеҙҙе барығыҙҙы ла яҙҙың беренсе байрамы халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.


1А.Б: Һеҙҙең барығыҙға ла оҙон ғүмер, ныҡлы с!л!м!тлек,тыныс. матур тормош, шатлыҡлы, бәхетле ғүмер теләйбеҙ.


2А.Б: Ҡарап тормайынса бер нигә
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ килгән ҡунаҡҡа.
Гүзәл заттар%тормош биҙәге,
Ҡыҙҙар-беҙҙең байрам биҙәге.


Шулай итеп байрамыбыҙҙы башлайбыҙ.


1А.Б: Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙең
Иң ҡәҙерле һүҙебеҙ.
Шат бейеүҙәр, матур йырҙар
Һеҙгә бүләк итеп
Әҙерләнек үҙебеҙ.
Гөлнара Насырова башҡарыуында йыр: «Мең йәшә әсәйем, мең йәшә»
2А.Б: Яҙҙар бит ул-ҡыҙҙар кеүек
Ҡыҙҙар бит ул-яҙҙар кеүек
Йәкөләләр нурға тулып,
Һибеләләр Ләйсән булып. Г. Губайдуллина башҡарыуында йыр «Ел ҡапҡа»
1А.Б: Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй,
Изгелеге-үлсәү тапҡыһыҙ.
Ул әлбиттә йәшәү сығанағы,
Тормош ҡото: әсә, ҡатын-ҡыҙ!
Мифтахова Гөлнара башҡарыуында «Киленсәк” бейе=е.


2А.Б^ Ҡатын-ҡыҙҙар, гүйә, ҡара урман;
Ҡуйынында күпме сер ята!
Ҡай берәүҙәр унда бәхет таба,
Ҡай берәүҙәр башын юғалта.
Әнисә Кагарманова башҡарыуында йыр «Әсәйемә»


1А.Б: Мин ҡушылма, Боҙ һәм ялҡын,
Кемгә эҫе,кемгә һалҡын,
Туңдырам йә өрәм ялҡын
Ҡатын-ҡыҙ бит минең затым.
Загидуллина Зәлифә башҡарыуында йыр «Балаҡайым»


2А.Б: Ҡатын-ҡыҙҙар барҙа ил ишәйер,
Бәрәкәттә йәшәр тыуған ер.
Әсә булған ерҙә тел йәшәрер,
Тик ырыҫтан торор тыуған ер.
Гөлфая Сәғәҙиева башҡарыуында шиғыр.


1А.Б: Ҡатын-ҡыҙға килешә тыйнаҡ булыу
Тыйнаҡлыҡтан алда-йыйнаҡ булыу.
Аш-һыуҙары итһә бәрәкәтле,
Шул ҡатын-ҡыҙ булыр иң хөрмәтле.
Динә Мулкаманова башҡарыуында йыр. «Бер йылмайып ҡараның», «Тыуған яҡ»
2А.Б: Шундай ҡыҙҙар була :
Матурлығы
Йөрәгеңде китә ҡуҙғатып,
Гөнаһмы ни:
Ситтән генә балҡып
Илһам биреп барһа оҙатып?
Ләйсән Рамазанова башҡарыуында йыр. «Оҙаҡ йәшә әсәй, шатлыҡ менән»


1А.Б: Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик
Тәүге мөхәббәтен үҙенең,
Йә нәфрәте итеп һаҡлай уны,
Йә ғүмергә һөйә өҙөлөп.
З.Зәлифә һәм М. Гөлнара башҡарыуында бейеү. «Килендәштәр»



2А.Б: Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар
Күргән әсәй ғүмер эсендә.
Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,
Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.
Хәбир Дәүләтбаев башҡарыуында йыр.


1А.Б: Әсәкәйем,
Һин наҙлап йылыңды өләштең,
Һоҡландың беҙ үҫеп буй еткәс.
Талпынып оҙатып ҡалғанда,
Күҙҙәрең сыланды беҙ киткәс.
Г.Гөлдәр һәм Н. Гөлнара башҡарыуында йыр. «Ҡайтабыҙ ҙа китәбеҙ»


2А.Б: Иң йомшаҡ ҡулдар,
Иң көслө иңдәр-
Тик әсәйҙәрҙә,
Юҡ уға тиңдәр.
Әсәйҙәр күҙе –
Иң матур күҙҙәр,
Әсәйҙәр һүҙе-
Иң наҙлы һүҙҙәр.
Улар бирәләр
Иң дөрөҫ кәңәш,
Улар булалар
Иң яҡшы серҙәш.
Фәһимә Абдрафикова башҡарыуында йыр
Скетч «Тәүбәгә ҡайтыу.»


1А.Б: Йәшәү йәмен һеҙ
Биргән бит беҙгә,
Әсәйҙәр, рәхмәт,
Мең рәхмәт һеҙгә!
«Мираҫ» халыҡ инструменттары башҡарыуында көйҙәр теҙмә һе.



Сценарийҙы төҙөнө клуб мөҙире. Ф. Абдрафикова.
Бишауыл-Ун4ар ауыл клубы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий